Өфөлә махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы мобилизацияланыусылар төркөмө оҙатылды

Йолаға ярашлы, «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанында уҙған тантанаға яугирҙарҙың туғандары, балалары, дуҫтары йыйылды. Һалдаттар фронтҡа буш ҡул менән бармай, яуҙаштарына йылы кейем, маскировка селтәрҙәре һәм шәхси гигиена әйберҙәре алған. Ял ваҡытында ватан һаҡсылары яҡындары менән күрешкән, өйҙәге эштәрен барлаған, хатта кәләш алып өлгөргәндәр ҙә бар.

Дәүләт тарафынан яугирҙар уңайлығы өсөн юғары комфортлы автобустар бүленгән. Донбассҡа улар иртәгә барып етәсәк. Бер үк ваҡытты махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов хәрби бәрелешкә мобилизация буйынса саҡырылған яугирҙарға «Генерал Шайморатов» миҙалдарын тапшырҙы. Һалдаттар Донецк йүнәлешендә хеҙмәт итә. Эшлекле сәфәре барышында Алик Камалетдинов полк тормошо менән ҡыҙыҡһынды, яугирҙарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.