Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙҙы

Рухлы һәм нурлы байрам. Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙҙы. Байрамға алыҫ араларҙы - яҡын итеп ҡайтҡан яҡташтар туғанлыҡ ептәрен барланы, ҡан-ҡәрҙәштәре менән танышты. Йәнтөйәгенә күмәк көс менән ҡот өҫтәүсе, иман йорто төҙөүсе, быуындар бәйләнешен һаҡлаусы, халыҡ йолаларын дауам итеүсе Үрге Муйнаҡ ауылы халҡы шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Үрге Муйнаҡта ярты меңгә яҡын халыҡ йәшәй. Тарихи сығанаҡтар буйынса ауылға 18-се быуат башында үҫәргән ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Үрге Муйнаҡтар өсөн «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ябай осрашыу, күңел асыу сараһы ғына түгел, ә тарихи хәтерҙе яңыртыу, тыуғанлыҡ ептәрен нығытыу ҙа. Ауылдаштар иң беренселәрҙән булып илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан азат итеүселәргә хөрмәтен белдерҙе.

Доғалы, диндар халыҡ йәшәгән ауылға ҡот өҫтәп өр-яңы нурлы йорт асылды. Иман йортона нигеҙ ике йыл элек һалынған.Үрге Муйнаҡтағы мәсет яҡташлыҡ көсө менән бик ҡыҫҡа ваҡытта, ике йыл эсендә төҙөлгән. Төҙөлөш эштәрендә ихлас ярҙам күрһәтеүселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Мырҙабулатов тәбрикләне.

Үрге Муйнаҡта бер ҡасан да аҙан тауыштары тынмаған. Иҫке мәсет ағас мәктәп бинаһында урынлашҡан булған. Иман йортоноң «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы сиктәрендә илебеҙҙең төрлө тарафтарынан ҡайтыусылар ҡатнашлығында асылыуы халыҡ өсөн икеләтә ҡыуаныс.

Яңы биналағы мәсет йәш-елкенсәктең дә иманға тартылыуына, дин юлына яҡынлауына булышлыҡ итер тип , күҙаллана.

Йәмле июль иртәһендә ауылда капиталь ремонттан һуң яңыртылған ауыл мәҙәниәт йорто ла үҙ ишектәрен асты. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә мәҙәниәт учреждениеһы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән: һыу торбалары, инженер селтәрҙәре, сәхнә, түшәм, иҙән яңыһына алмаштырылған, тамаша залына йомшаҡ ултырғыстар алынған. Үрге Муйнаҡ йәштәре мәҙәни сраларҙа ла, спортта ла алдынғылар рәтендә.

Байрамға ҡатнашыусылар артабан Өҫкәлек буйында үткән һабантуйҙа туған-тыумасалары, дуҫ-иштәре менән аралашты, тыуған ерҙән көс алды, милли уйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашты. Халыҡсан байрам быуындар бәйләнешен дә нығытты.

Үрге Муйнаҡтан ете егет махсус хәрби операция билмәһендә алғы һыҙыҡта илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай. Ауыл халҡы яугирҙарҙың рухын күтәреү өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа, тыуған ергә тиҙәрәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын көтә.

Өлкән быуын вәкилдәре иһә колхоз-совхоздар дәүерен, фермаларҙа, ырҙын табағында гөрләшеп эшләгән йылдарын һағынып иҫкә алды.Доғалы, тырыш, берҙәм халыҡтың иман йорто төҙөү кеүек изге ғәмәлдәрен ҡеүәтләгәндәй йылы ямғыр ҙа яуып үтте.

Ауыл халҡы тыуған ер ҡөҙрәтен арттырыу маҡсатында ергә ерегеп эшләргә, көслө фермер хужалыҡтарын булдырып ауылды күтәрергә һүҙ ҡуйышты.

Гүзәл Борханова