Уға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Бүләкләү сараһы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында үтте. Фәнүр Мөхәррәм улы 50 йәшен билдәләне. Ул бер нисә йыл элек республиканың дәүләт һәм муниципаль матбуғат сараларын берләштергән - «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы директорҙар советын етәкләне. Быға тиклем «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары булды.