Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты. Бөгөн Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында исемлек менән таныштырҙылар. Радий Хәбиров яҙыуынса, санкциялар баҫымы һәм ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамай, сәнәғәт үҫеш юлында. Былтыр тармаҡта етештереү 6,5 процентҡа артҡайны. Быйыл 6 айҙа был күрһәткес 7,4 процентҡа етте. Сәнәғәт сәйәсәте рейтингына килгәндә, 2023 йылда беҙҙең республика 3-сө урынға ҡуйылған ине. 2022 йылда беренсе урын алғайны.