Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шаҡша микрорайонынан Өфөгө йөрөүсе пассажирҙарҙың хәрәкәтен көйләргә ҡушҡайны. Ике аҙна дауамында эргә-тирәлә йәшәүселәр ҡала яны поездары, шул иҫәптән «Ҡарлуғас» күсмә составы менән файҙалана ала. Дим-Шаҡша участкаһында таңғы сәғәт 5-тән киске 10-ға тиклем 30 ҡала яны поезы йөрөйәсәк. Күпер ябылыуҙың тәүге көнө пассажирҙар өсөн нисек үтте? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.
Иглин-Өфө автобусының маршруты ике тапҡырға ҡыҫҡарып, хәҙер Шаҡша станцияһына тиклем генә килә. Бынан пассажирҙар электричкаға күсеп ултыра. Бындай сәфәрҙең сбәбе - Шаҡша күперенең ремонтҡа ябылыуында. Уңайһыҙлыҡтар - ваҡытлыса. Ул участканы асфальт-бетон япма һалыуға әҙерләү өсөн кәрәк.
Автобустар Иглин ауылынан Шаҡша станцияһына тиклем 15 минут һайын йөрөй. Бындай маршрут бөгөн тәүге тапҡыр һынап ҡаралды. Үҙ транспорты менән йөрөүселәр өсөн станция эргәһендә автомобиль туҡталҡаһы әҙерләнгән. Шулай уҡ тротуарҙар тәртипкә килтерелгән. Электропоезд менән файҙаланыусы пассажирҙар байтаҡ. Улар Шаҡша күпере ремонтҡа ябылғанға тиклем дә күсмә состав менән хәрәкәт иткән. Электричкалар тиҙ арала барып етә, хаҡы тешләшмәй, тығындарға эләкмәй, ти улар.
Өфөнөң төньяғына барыусыларҙы Спорт станцияһында автобустар көтә. 35-се «к» маршруты Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең мәҙәниәт һарайы аша Колхоз баҙарына тиклем йөрөй. 226-се йәмәғәт автобусы «Индустриаль шоссе» туҡталышынан баш ҡаланың үҙәгенә хәрәкәт итә. «Алға» транспорт картаһы менән ҡулланыусы пассажирҙар өсөн «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлдә. Тимәк, элетропозда түләгәндән һуң бер сәғәт эсендә башҡа йәмәғәт транспортында юл хаҡы бушлай.
Транспорт менән бәйле хәлде ҡала хакимиәте, пассажир ташыусы компаниялар һәм Транспорт министрлығы вәкилдәре күҙәтте.
Шулай ҙа шәхси транспорт менән файҙаланыусылар өсөн дә альтернатив ысулдар бар. Шаҡшанан баш ҡала үҙәгенә Өфөнөң көнъяҡ урау юлы, йәки Көнсығыш сығыу юлы аша барып етергә мөмкин. Шаҡша күперендә автотранспорт хәрәкәте 24 июлгә тиклем тулыһынса туҡтатылды. Ваҡытлыса сикләү «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы алып барылған ремонт эштәре менән бәйле. Мәғлүм булыуынса, 1984 йылда төҙөлгән күперҙе капиталь ремонтлау былтыр башланды. Файҙаланыуға тапшырғандан һуң ул тағы 50 йылға тиклем хеҙмәт итәсәк.
Әлфинә Килдейәрова