Махсус хәрби операцияға контракт буйынса юлланыусыларға бер тапҡыр бирелә торған матди түләү күләме арта. Хәҙер Рәсәй обоорона министрлығы менән килешеү төҙөгәндән һуң 505 мең һум аҡса алырға мөмкин. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдерҙе.
Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 10 июлдән һуң хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән граждандарға өҫтәмә түләү бирелә. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Был Радий Фәрит улының ил именлеге һағына баҫҡан яҡташтарбыҙға ҙур иғтибар бүлеүе менән бәйле. Түләүҙәр контракт буйынса хәрби хеҙмәттең абруйын күтәрергә булышлыҡ итәсәк, тине Максим Забелин.
Максим Забелин бөгөн шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшмәкәрлеге менән танышты, мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәрҙең ҡатындары менән осрашты, шәхси хәрби компаниялраҙың вәкилдәренә ветеран танҡылығы тапшырыуҙа ҡатнашты. Фонд вәкилдәре әйтеүенсә, республика етәкселеге тарафынан яугирҙарыбыҙ, уларҙың ғаиләләре хаҡында даими хәстрлек күрелә, социаль ярҙам саралары киңәйтелә.