Артур Шәйнуров Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы

Коммунистар партияһы вәкиле Артур Шәйнуров Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы. Сәйәсмәндең кандидатураһын хуплап ҡала , муниципалитет советтарынан 500-ләп депутат ҡултамға ҡуйған. Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттарҙы хуплау ҡултамғалары менән биш кандидат теркәлгән. Улар докменттарҙы 11 -се июлгә тиклем тапшыра ала. Ҡултамғалар тикшереү үткәс кандидатты теркәү йәки кире ҡағыу процедураһы уҙғарыла. Башҡортостан башлығын һайлау өс көн дауамында - 6, 7, 8 сентябрҙә үтә.

Ҡултамғаларҙы йыйыу өсөн ҙур эш башҡарылды. Башҡортостан башлығы вазифаһына минең кандидатурамды хуплап, ҡултамға ҡуйған граждандарға, коммунистар партияһына рәхмәтемде еткерәм. Ҡултамғалар законға ярашлы, талап ителгән ваҡытта йыйылды. Әммә был һайлауҙарға әҙерлектең тәүге аҙымы ғына- алда сәмле ярыш һәм һөҙөмтәле эш көтә.

Артур Шәйнуров, Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат (КПРФ)