Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында йәшәүсе баҡса еләге үҫтереү менән шөғөлләнә

Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында йәшәүсе Салауат Арыҫланов баҡса еләге үҫтереү менән шөғөлләнә. Урал аръяғының ҡырыҫ тәбиғәте шарттарында бындай татлы емеште нисек үҫтереүе хаҡында БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.

Салауат Арыҫланов Санкт-Петербург ҡалаһының юғары уҡыу йотонда инженер һөнәрен үҙләштергәндән һуң тыуған яғы - Йәнйегеткә ҡайтып шәхси эш булдырырға ниәтләнә. Бала сағынан баҡса ҡарауҙы үҙ иткән егет, ошо тармаҡты һайлай. Интернет киңлектәренән еләк үҫтереүселәрҙә төрлө тәжрибәләр ҡарай, өйрәнә, серҙәренә төшөнә.

Баҡсасылыҡ эшендә Салауаттың “уң ҡулы” - ҡатыны Гүзәл. Һәм әлбиттә уның бар башланғысын хуплап һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған ата-әсәһе, һеңлеләре. Бергәләшеп еләктәрҙе утайҙар, йыялар, һатыуға сығаралар.

Яратҡан эшен алып барыуҙа Салауатҡа алған һөнәри белеме лә ярҙам итә. Ул төрлө кәрәкле техниканы үҙ ҡулдары менән ҡора, йыя.

Арыҫлановтар ауыл ерендә үҙ эшен булдырып, ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Ғаилә артабан да баҡса еләгенең яңы төрҙәрен үҫтереү, эште тағы ла киңәйтеү теләге менән яна.

Раушания Рәхимова