Тура эфир барышында радиотыңлаусыларға Башҡортостандағы һәйкәлдәр буйынса һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Конкурс баш ҡаланың 450 йыллығына арналған. Ғинуарҙа уҡ башланған интеллектуаль бәйге барышында аҙна һайын еңеүсе билдәләнгән. Һөҙөмтәлә экскурсияға Стәрлебаш, Иглин, Стәрлетамаҡ, Мишкә, Асҡын һәм башҡа райондарҙан 50-гә яҡын кеше саҡырылған. Ҡунаҡтарҙы Шәйехзада Бабич һәйкәле янында ҡурай һәм баян көйҙәре менән ҡаршы алғандан һуң, Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт ойошторолдо.