Быйыл көҙ Өфөнөң медицина учреждениелары ҙур капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен аса

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы яҙҙы. Модернизациялау программаһы буйынса Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика корпусы, 2-се балалар поликлиникаһының ике бүлексәһе , 5-се балалар поликлиникаһы һәм туберкулезға ҡаршы диспансер эшләй башлаясаҡ. Был программа буйынса 2029 йылға тиклем бөтәһе 120-гә яҡын медицина объекты ремонтланасаҡ.