БДАУ-да биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультетын тамамлаусылар осрашыуы үтте

Юғары белемле белгестәр 45 йыл элек ҡулдарына диплом алған. Ул саҡта уҡыу йорто Башҡорт ауыл хужалығы институты тип атала. Осрашыуҙа вуздың әлеге етәкселеге вәкилдәре, төркөм кураторы Фәниә Мәхмүтова ҡатнашты. Бөгөн ханым хаҡлы ялда. Элекке сығарылыш студенттары юғары уҡыу йорто лабораториялары һәм музейы менән танышып, заманса уҡыу ҡоролмаларын юғары баһаланы.

1979 йылда ветеринар медицина факультетын 93 кеше тамамлаған. Элекке сығарылыш студенттары бөгөн танылған белгестәр, араларында профессор исеменә лайыҡ булыусылар ҙа бар. Ҡайһы бер шәхестәрҙең балалары һәм ейәндәре ошо уҡ факультетты һайлай.