Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Екатеринбургта үткән «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды менән танышты. Радий Хәбиров ил премьер-министрына төбәктең алдынғы сәнәғәт предприятиелары проекттары һәм продукцияһы, атап әйткәндә, пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн электр двигателдәре етештереү буйынса Рәсәйҙәге тәүге завод тураһында һөйләне.
Хөкүмәт рәйесенә шулай уҡ нефть һәм газ сығарыу предприятиеларының эшен оптималләштереү өсөн «Уралтехнострой» корпорацияһының күп фазалы инновацион эшләнмәһе, шулай уҡ Өфө турбина заводының газ турбинаһы двигателе макеты күрһәтелде.