Башҡортостанда контракт төҙөүселәр өсөн түләүҙәр суммаһы артты

Бынан һуң, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыусылар өсөн миллион һум ҡаралған. Ул бер тапҡыр түләнә. Хәрби бәрелеш биләмәһендә һалдатҡа Оборона Министрлығынан ай һайын 210 мең һум күләмендә хеҙмәт хаҡы ҡаралған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө һайлау пунктында контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Ул баш ҡаланың Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан. Бынан тыш, райондарғы Күп функцияла үҙәккә, Хәрби комиссариатҡа ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һорауҙар буйынса 117 берҙәм белешмә номеры йәки: 8 (347) 218-19-19, 8 (347) 248-29-31 ҡыҙыу линия номерҙары буйынса шылтыратырға була.

Контракт төҙөгәндә Башҡортостан башлығы бер тапҡыр 505 мең, баш ҡала хакимиәте 300 мең һәм Оборона министрлығы 195 мең һум түләй. Ә муниципалитет комиссариатында теркәлгән контракт төҙөүсегә райондарҙан түләү ҡаралған. Урындағы суммалар төрлө булырға мөмкин. Түләүҙе айырым юлларға кәрәкмәй, контракт төҙөлгәндән һуң, улар автоматик рәүештә күсә.

Фәдис Солтанов, Контракт буйынса һайлау пункты офицеры