Өфө дәүләт нефть техник университетында сит ил студенттарына дипломдар тапшырылды

Өфө дәүләт нефть техник университетында 35-се тапҡыр сит ил студенттарына дипломдар тапшырылды. Техник университетты быйыл 4 меңдән ашыу кеше тамамлай. Улар араһында 229 сит ил студенты. Йәштәр башлыса Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Мысырҙан. Өфөлә белем алырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Өфө дәүләт нефть техник университеты сит ил студенттары һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге 30 юғары уҡыу йорто иҫәбенә ингән. Быйылғы тантана 3 меңенсе студентҡа диплом тапшырылыуы менән иҫтәлекле.

Тиҫтә йыл элек беҙҙең юғары уҡыу йорто күп профиллгә әүерлде. Шуға ла студенттар төрлө һөнәр һайлай ала. Элек йәштәр башлыса тау-нефть, технология факултетарына күпләп уҡырға инһә хәҙер һанлы технологиялар, нефть һәм газ транспорты, машиналар төҙөү буйынса һөнәр үҙләштерә ала.

Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры