Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә яһалма интеллект үҙәге асылды

Вуз-ара үҙәктә студенттар һәм ғалимдар өсөн яһалма интеллект проекттарын ойоштороу өсөн заманса шарттар булдырыла. Үҙәкте асыу танатанаһында видеобәйләнеш форматында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ҡатнашты. Яһалма интеллект үҙәгендә республиканың төп юғары уҡыу йорттары көстәре, лабораториялары берләштерелә. Бында сәнәғәт тармағында бизнес проекттарҙы яһалма интеллект ярҙамында тормошҡа ашырырға, эште оператив һәм автоматлашытырлған рәүештә алып барыу мөмкинлектәре ҡаралған.

Яһалма интеллект менән бәйле идеялар милли проекттарҙың бөтә йүнәлештәрендә файҙаланыла. Беҙҙең универсиетта яһалма интеллект проекттарын үҫтереүгә төплө иғтибар бүленә. Киләсәк проекттарына балаларҙы мәктәптән үк йәлеп итергә тырышабыҙ. Уҡыу йортонда һанлы технологияларҙы үҙләштереү буйынса федераль проект тормошҡа ашырыла.

Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры