Архангел районының Яңы Шишмә ауылы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Тарихи дата айҡанлы ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, быуа төҙөкләндерелгән, бай йөкмәткеле байрам программаһы әҙерләнгән. Яңы Шишмә Архангел районының иң матур ауылдарының береһе, ул хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Урында эшһөйәр, илһөйәр халыҡ йәшәй. Улар 100 йыллыҡ юбилейға ла алдан уҡ әҙерләнә башлаған.

Хужалар йорттарҙы, урамдарҙы тәртипкә килтереүҙән тыш, халыҡ таланттары ҡатнашлығында мәҙәни программа әҙерләгән, конкурстар, милли уйындар, күмәк сәй эсеү ойошторған. Яңы Шишмәләр әйтеүенсә, ауыл яңы һулыш кисерә. Бында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башлаған. Әлегә тиклем медицина хеҙмәткәрҙәре 1967 йылда һалынған иҫке бинала ҡабул иткән, ул авария хәлендә була. Яңы медицина учреждениеһы Яңы Шишмә һәм күрше ауылдар халҡын ҡабул итәсәк. Ерле халыҡ бер быуатлыҡ юбилей алдынан урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып быуаны ла төҙөкләндергән.