Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Махсус хәрби операцияға 300 тоннаға яҡын гуманитар ярҙам, граждан өсөн тапшырыуҙар циклы һәм халыҡҡа психологик ярҙам күрһәтеү проекты. Был Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының былтырғы эштәренең бәләкәй өлөшө генә. 2023 йылда тормошҡа ашырылған бурыстар ведомство етәксеһе Данияр Абдрахманов рәйеслегендә үткән матбуғат конференцияһында барланды. Йәмәғәт палатаһы яуаплылығында - милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, һайлауҙар ойоштороуҙы күҙәтеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы күҙәтеү һәм башҡа бурыстар. Әңгәмә аҙағында алдағы көндәргә лә маҡсаттар билдәләнде.

Йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеге һөҙөмтәле, тип әйтергә кәрәк. Беҙҙең алда бурыстар бик күп, был, әлбиттә, һайлауҙар тәртибе, мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты һәм башҡалар. Һуңғы 2 айҙа палата ағзалары республиканың тиҫтәгә яҡын райондарына эшлекле сәфәр менән барҙы. Урындағы халыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары менән яҡындан аралашыу, әлбиттә, мөһим. Был эш артабан да дауам итәсәк.

Данияр Абдрахманов, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы рәйесе