Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында һөйләшеүҙәр үтте. Беҙҙең республикала өс ҙур предприятие “КАМАЗ”-ға ҡарай. Бынан тыш, 50-нән ашыу ойошмала автомобиль компанияһы өсөн ҡулайламалар етештерелә. Инвестор ярҙамында “Мастер” тигән машиналар төҙөү сәнәғәт технопаркы асылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, форум партнерҙар менән осрашыу һәм үҙеббеҙҙә тормошҡа ашырылған алдынғы проекттарҙы күрһәтеү өсөн уңайлы майҙансыҡ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЗаводта пилотһыҙ осҡостар өсөн йылына 20-30 мең электр двигателе сығарыу ҡарала. Ул беҙҙең илдә ошондай йүнәлештә эшләгән тәүге предприятие иҫәпләнә. Проект Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустинға күрһәтелде. Премьер-министр завод эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.