Башҡортостанда һыу ҡорбандары арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Краснокама районы Сауыҙбаш ауылында Кама йылғаһында 1976 йылғы ир батып үлгән. Ул рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән. Белоретта Ағиҙел йылғаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Шлюз янында һыу ингән 7 йәшлек малайҙы көслө ағым алып киткән. Әле уны эҙләү дауам итә. Ҡотҡарыусылар рөхсәт ителмәгән урындарҙа, эскән килеш һыу инмәҫкә, балаларҙы янғыҙҙарын ҡалдырмаҫҡа саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт