Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Телеүҙәк артында урынлашҡан ҡоролма янында ут үткәрелә, шулай уҡ текә яр янында кәртәләр ҡуйыла. Һыу һурҙырғыс башняһын ҡала милкенә тапшырыу буйынса эш алып барыла. 1901 йылда төҙөлгән бина ташландыҡ хәлдә ҡала ине. Заманында бында телескоп ҡуйылған һәм обсерватория булған. “Тиҙҙән үҙенсәлекле тарихи төҙөлөш биләмәһе туристик урындарҙың береһенә әйләнәсәк”, - тигән фекерҙә Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.