Уларҙың 200-гә яҡыны балалар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков ошо турала белдерҙе. Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләр ял көндәрендә арта. Күптәр рөхсәт ителмәгән урында һыу инә, балаларҙы яңғыҙ ҡалдыра. Ведомство башлығы кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн өҫтәмә саралар күрергә, ҡырағай пляждарға иғтибарҙы көсәйтергә, йылға һәм күлдәргә даими патруль ойошторорға ҡушты. Республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 30-ҙан ашыу кеше батҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, уларҙың күбеһе рөхсәт ителмәгән урындар һыу ингән.