Көслө ямғырҙан күпер һәм юлдар зыян күргән

Бөрйән районында көслө ямғырҙан һуң Һөйәнәк йылғаһы ташҡан, Байғаҙы ауылында автомобиль күпере ағып киткән. Шулай уҡ Бетерә йылғаһындағы һыу кимәле күтәрелгән. Яңы Усман ауылында юлдар һәм бер нисә ихата алды һыу аҫтында ҡалған. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы белгестәре дежур итә. Оператив штаб булдырылған. Хәл күҙәтеүгә алынған.