Республика Башлығы Радий Хәбиров туристик эшмәкәрлеккә бәйле законға ҡул ҡуйҙы. Июндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәбиғәткә ялға сыҡҡан халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡануниәткә үҙгәреш индерҙе. Законға ярашлы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡатмарлы маршруттарҙы асыҡлай. Бындай сәйәхәткә сыҡҡан кешеләрҙе инструкторҙар оҙатып барасаҡ. Экскурсовод йәки гидтың махсус белемле булыуы шарт. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ул беренсе медицина ярҙамы күрһәтә алырға тейеш.