Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа закон проекты ҡабул итте. Уға ярашлы, ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, килеме артыҡ ҙур булмаған һәм эшләп йөрөгән атай һәм әсәйҙәр физик шәхестәр килеменә һалымдың бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Бындай ярҙамды йыл һөҙөмтәләре буйынса “кешбэк” йәки 13-сө эш хаҡы менән сағыштырырға була. Һалым ҡайтармаһын юллау өсөн Социаль фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Закон 2026 йылдан көсөнә инә.