Ул баш ҡаланың Өфө фән һәм технологиялар университеты алдындағы бинала урынлашҡан. Яңы учрежденияла IT технологиялар өлкәһен үҫтереү һәм белгестәр әҙерләү ҡаралған. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдергән. “Бында һанлы технологиялар һәм анимация менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Был өлкәлә беҙҙең һәләтле йәштәребеҙ етәрлек. Уларҙың үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ", - тип яҙған Радий Хәбиров.