Быйыл көҙ баш ҡаланың медицина учреждениелары ҙур капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен аса

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы яҙҙы. Модернизациялау программаһы буйынса Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика корпусы, 2-се балалар поликлиникаһының ике бүлексәһе, 5-се балалар поликлиникаһы эшләй башлаясаҡ. Төҙөкләндереү программаһына шулай уҡ туберкулезға ҡаршы диспансер ҙа ингән. Был объектта ремонт 50 процентҡа яҡын теүәлләнгән дә инде.

Ярты быуат элек төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Былтыр балалар бүлегенең 3-сө ҡаты тәртипкә килтерелгән, быйыл икенсеһенә лә сират еткән. Коридорҙа уйын зонаһы буласаҡ. Ә ҙур бүлмәләр урынына, ике кеше йәшәрлек палаталар ҡарала. Балаларға диспансерҙа 3 айҙан алып 2 йыл дауамында дауаланырға мөмкин. Шуға ла дистанцион уҡытыу ойоштору өсөн интернет, вай-фай һәм видеокүҙәтеү системаһы үткәреләсәк.

Һаулыҡ һаҡлау учереждениеларын модернизациялау төбәк программаһы сиктәрендә2029 йылға тиклем Өфөлә 118 поликлиника һәм дауахана, 25 республика медицина учереждениеһ һәм стоматология ремонтланасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хабиров төҙөкләндәреү өсөн беренсе сиратта иң ҡаралмаған биналар һайланған, тип белдерҙе.