Шуларҙың өсәүһе күптән түгел Мәләүез районында файҙаланыуға тапшырылған. Төбәктә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә яйға һалынған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Мәғариф ветераны Әнисә Баймырҙинаға урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йыш булмаһа ла, айына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Һауа торошо үҙгәрә ҡалһа, ханым ҡан баҫымына
Тамъян ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ өҙөлмәй тиерлек. Дарыуҙан бигерәк, улар күңел дауаһы алыр өсөн килә.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бер юлы ике ауылды хеҙмәтләндерә. 1500-ҙән ашыу кеше араһынан ишле ғаиләләр бик күп. Йөклө ҡатындар ҙа етерлек.
Ә Троицкийҙа асылған яңы һаулыҡ һаҡлау пункты бер юлы өс ауылды хеҙмәтләндерә. Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле, заманса стандарттарға һәм санитар талаптарға ярашлы итеп йыһазландырылған.
Төбәктә кадрҙар мәсьәләһе буйынса ла ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Мәләүез үҙәк район дауаханаһы йәш белгестәр менән тәьмин итеү буйынса етди эштәр алып бара.
Әйткәндәй, быйыл «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә республикала 107 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү ҡаралған. Уларҙың тиҫтәләбе файҙаланыуға тапшырылған да инде.
Бинала пациенттарҙы ҡабул итеү һәм тикшереү өсөн, прививка яһау менән бергә, процедура кабинеттары ла бар. Шулай уҡ, һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин ителгән.
Азат Ғәлиуллин