Республика үҙәк һайлау комиссияһында Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү тамамланды

Законға ярашлы кандидаттарҙы теркәү 11 июлгә тиклем иҫәпләнгән. «Яңы кешеләр» партияһы кандидаты Илшат Тимерйәнов тә Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы. Уның эшмәкәрлеген хуплап ҡала, муниципалитет советтарынан 450-ҙән ашыу депутат ҡултамға ҡуйған.

Һайлауҙарҙа минең кандидатурамды хуплап 45 0-ҙән ашыу муниципаль советы депутаты ҡултамға ҡуйҙы. Мин уларға һәм «Яңы кешеләр» партияһы штабына оло рәхмәтемде еткерәм. Был эш һәм тырышлыҡ һөҙөмтәле булыр һәм Үҙәк һайлау комиссияһы минең кандидатурамды теркәр тип ышанам. Аҙаҡ сәйәси программабыҙ менән таныштыра башлайбыҙ.

Илшат Тимерйәнов, Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат

Ҡултамғалар тикшереү үткәс кандидатты теркәү йәки кире ҡағыу процедураһы уҙғарыла. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов билдәләүенсә, республикала һайлауҙарға әҙерлек штатлы режимда, закон талаптары буйынса ойошторола. Төбәктә Башҡортостан башлығын һайлау өс көн дауамында - 6, 7, 8 сентябрҙә үтә.

Бөгөнгә Башҡортостан башлығы вазифаһына дәғүә итеүсе биш кандидат та документтарын тапшырҙы. Документтарҙа улар тураһында финанс мәғлүмәт һәм кандидат өсөн депутаттарҙың ҡултамғалары тупланған. Үҙәк һайлау комиссияһының эш төркөмө документтарҙы тикшереп кандидатты теркәү йәки кире ҡағыу процедураһы үткәрелә. Республикала һайлауҙарға әҙерлек ҡаралған график буйынса, штат режимында алып барыла.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе