Яугирҙарға тыл ярҙамы. Махсус хәрби операция башланғандан алып Ейәнсура районынан 21 гуманитар ярҙам оҙатылған. Төбәк халҡы һалдаттар заявкаһы буйынса аҙыҡ-түлек, маскировкалау селтәре, гигиена кәрәк-яраҡтары,киптерелгән үләндәр һәм домшандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡланыу өсөн махсус ҡорамалдар менән ярҙам итә.
Рәмил Мырҙабулатов Ейәнсура районында махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү өсөн яуаплы. Гуманитар ылауҙарҙы 6 тапҡыр үҙе оҙата барып фронттағы яҡташтарына тапшырған. Алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһимлеген яҡшы аңлай.
Рәхмәтле яугирҙар уға хәрби хеҙмәт барышында тултырған көндәлектәрен, шәхси әйберҙәрен һәм хатта шартлаған дошман снарядтары ярсыҡтарын тапшырған. Был артефакттар тиҙҙән хәрби-дан музейында урын аласаҡ һәм йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Кабинеттан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар өҙөлмәй. Был юлы ла «Айыу» ҡушаматлы яугир ишек ҡаҡты. Рәмил Урал улы хәрби үтенесе буйынса пилотһыҙ осоу аппараты тапшырыласағы хаҡында белдерҙе.
«Бабай «ҡушамалы яугир иң беренсе булып ҡыуаныслы яңылыҡты хәләле менән бүлеште.
Яугирҙарға бер теләк - дошманды еңеп, иҫән-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһындар.
Гүзәл Борханова