Санкциялар индерелеү менән, йорт хайуандары өсөн аҙыҡ баҙарында ла продукциялар исемлеге кәмей. Пивцовтар ғаиләһе бесәй һәм эттәр өсөн тәбиғи аҙыҡ әҙерләп һата. Етештереүҙә тик урындағы сеймал ҡына файҙаланыла, эшкәртеү барышында хайуандар аҙағында файҙалы элементтар һаҡланыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Эшҡыуарҙар ғаилә бизнесын 5 йыл элек асҡан. Ул ваҡытта Лариса һәм Петр Пивцовтар Башҡортостанға Смоленскиҙан күсеп килә. 3 миллион һумлыҡ грант отҡандан һуң, үҙ етештереү цехын аса.
Цехта етештереү процесы ябай һәм тиҙ. Башта сеймал ит үткәргестә турала. Ҡоролма көслө: унда хатта һөйәктәрҙе лә ваҡларға була. Әҙер фарш билдәле ауырлыҡ буйынса бүленә һәм пакеттарға тултырыла. Етештереү процесында бер ниндәй ҙә химия файҙаланылмай, һөҙөмтәлә тәбиғи, хайуандар организмы өсөн файҙалы аҙыҡ килеп сыға. Фасовкаланған продукция туңдырғысҡа оҙатыла.
Вайымһыҙ етештереүселәр ҡоро хайуан аҙығына иген, йәки углевод та өҫтәй. Ә был цехта етештерелгәне нигеҙендә ит, ул аҡһымға бай. Ғөмүмән, бесәй йәки эттең рационы уның йәшенән, һаулығынан һәм физик йөкләмәһенән тора. Йәмғеһе эшҡыуарҙар 22 төр хайуан аҙығы етештерә. Киләсәктә Ғафури етештереүселәре тауарын күрше төбәктәргә лә сығарырға йыйына.
Рәзилә Ғиниәтуллина