Республика ирекмәндәре Орск ҡалаһының 35 ғаиләһенә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итте

Республика ирекмәндәре Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының 35 ғаиләһенә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итте. Ике аҙна дауамында Халыҡ фронты «Йәштәр ҡанаты» һәм «Рәсәй тимер юлдары» йәштәр командалары ҡала халҡына йорттарҙы балсыҡтан, бысраҡтан һәм сүп-сарҙан таҙартырға, яраҡһыҙ биналарҙы һүтергә, ҡыйыҡ алмаштырырға һәм йорт яны биләмәләрендә тәртип урынлаштырыуҙа булышты. Башҡортостан ирекмәндәре Орскка икенсе тапҡыр ярҙам ҡулы һуҙа. Тәүгеһендә улар ҡалаға ташҡын ваҡытында килгән.

Ҙур һыу беҙҙең тормошто селпәрәмә килтерҙе, һарай емерелде, береһе бөтөнләй ағып уҡ китте, торлаҡҡа һәм хужалыҡҡа капиталь ремонт талап ителә.

Наилә Ғафанова, Орск ҡалаһында йәшәүсе

Кәм тигәндә беҙгә көн һайын бишләгән ғаилә мөрәжәғәт итә. Заявкалар буйынса мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Ҡайҙа ярҙам кәрәк беҙ шунда.

Рөстәм Сәләхетдинов, Башҡортостанда «Халыҡ фронтының йәштәр ҡанаты» координаторы