Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын үткәреүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте

Ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юбилейға сығарыласаҡ сувенир өлгөләре мәнән танышты. Радий Хәбиров әйберҙәр сифаты һәм биҙәлештәрен юғары баһаланы. Кәңәшмәлә төп иғтибар байрамды үткәреүгә бәйле сараларға йүнәлтелде. 30 августа Инорс биҫтәһендә Ишеү слаломы комплексы файҙаланыуға тапшырыла, Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан һәм Абхазия дуҫлығына арналған коллонада асыла. “Ватан” этнопаркында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Төп саралар 31 августҡа тәғәйенләнгән. Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалына. Бында махсус хәрби операция ветерандарын хөрмәтләү сараһы ойошторола. Октябрь районында Көрәш һарайы асыла, “Өфө-Арена” янында “Ваҡыт йылғаһы” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Байрам көндәрендә баш ҡаланың бөтә майҙандары һәм парктарында халыҡ өсөн мәҙәни, спорт-күңел асыу саралары үткәрелә.