Вице-премьер Ирек Сәғитов Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Йәй башланғандан алып 50 кеше һыу ҡорбаны булған, улар араһында 6 бала. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән, балалар ҡарауһыҙ ҡалдырылған булған. Әле республикала 170 рәсми пляж бар. Исемлек менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.