1 сентябрҙән Башҡортостандың ике мәктәбендә «Курчатов кластары» асыла

Был «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге менән берлектәге проект, уны тормошҡа ашырыу тураһында Радий Хәбиров фәнни-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук менән осрашыу ваҡытында һөйләшеп килеште.

Республика башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыныса, «Курчатов кластарында» 7-се кластан башлап балалар тәбиғәт фәндәре предметтарын тәрән өйрәнә, тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә аласаҡ. Рәсәйҙә бындай кластар илдең 12 төбәгендә 82 мәктәп базаһында бар. Хәҙер беҙҙә лә - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында һәм республика инженер лицей-интернатында барлыҡҡа киләсәк. Проект сиктәрендә уҡыусылар Өфө дәүләт нефть техник университетының заманса ҡорамалдары һәм лабораториялары менән фаҙалана аласаҡ. Ә методик ярҙамды «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге күрһәтәсәк, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.