Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, аҙна дауамында объектта ремонт эштәре алып барыласаҡ. 14-нә тиклем бордюр ташын алмаштырыу өсөн ике яҡҡа ла берешәр һыҙат буйынса хәрәкәт ябыла. 15 июлдән 17-һенә тиклем юл үткәргескә яҡынлашыу урындарында яңы асфальт-бетон япма һалыу өсөн дүрт һыҙаттың икәүһе буйынса хәрәкәт туҡтатыла.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, капиталь ремонт эштәре менән бәйле 24 июлгә тиклем Шаҡша күперендә лә транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатылды. Әлеге ваҡытта бөтә эштәр график буйынса алып барыла. Водителдәр Көнсығыш сығыу йәки Өфөнөң Көньяҡ урау юлы аша йөрөй ала, шулай уҡ халыҡҡа электричкала йөрөү мөмкинлеге бар. Ашығыс хеҙмәттәрҙең машиналары өсөн Князев ауылында паром эшләй. Ҡала хеҙмәттәре был уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарауҙы һәм маршрутты алдан билдәләүҙе үтенә.