Эскән кешегә руль артында урын юҡ

Ҡайһы берәүҙәр һаман да иҫерек килеш машина йөрөтөүҙең ни тиклем хәүефле булыуын аңлап еткермәй. Бындай водителдәр үҙҙәренең һәм иң ҡыҙғанысы - бөтөнләй сит кешеләрҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып юлға сығырға әҙер.

«Ҡырын тейәгән» водителдәрҙең береһе Ҡыйғы районында ҡулға алына. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Иҫке Мөхәмәт ауылында «Нива» автомобилен туҡтатырға уйлай. Әммә руль артындағы ир эҙәрлекләүҙән ҡасырға тырышып, Әй йылғаһын кисеп сығырға маташа. Транспорт сараһы бата башлағас хужаға ярға сығыуҙан башҡа сара ҡалмай. Медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан иргә ҡарата 10 тәүлек административ ҡулға алыу тәғәйенләнә. «Нива» һуңынан һыу эсенән трактор менән сығарыла.

Салауат ҡалаһында эҙәрлекләү ваҡытында бәлиғ булмаған водитель ҡулға алынған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 7-се модель «ВАЗ» автомобилен күреп ҡала, уның водителе көтмәгәндә тиҙлеген арттыра һәм ҡасырға маташа. Полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтатыу тураһындағы законлы талабын ул иғтибарһыҙ ҡалдыра. Эҙәрлекләү барышында ҡулға алынған водителдең Мәләүез районынан 16 йәшлек үҫмер булыуы асыҡлана. Салонда тағы ла ике дуҫы була. Алкотестер водителдең эскән булыуын күрһәтә. Хоҡуҡ һаҡсылары йәш закон боҙоусыға ҡарата бер нисә административ материалдар төҙөй. Транспорт сараһы штраф туҡталҡаһына оҙатыла.