Радий Хәбиров республика рәссамдарына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Ижадсыларға Һынлы сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәссамдар төбәк етәксеһен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышланған илһөйәрлек күргәҙмәһе менән таныштырҙы һәм төбәк етәксеһенең паториотик йүнәлештәге эшен юғары баһаланы.

Осрашыуҙа Башҡортостан рәссамдарына ижади үҫеш өсөн ярҙам саралары ҡаралды. Радий Хәбиров урта белем биреү мәктәптәрендә рәссамдарға майҙан бүлеп балаларҙың һүрәт төшөрөү һәләттәрен үҫтереү кәрәклеген билдәләне. Күптән түгел Шишмә районында асылған Евразия күсмә цивилизациялар музейында картиналар галереяһын ойоштороу көтөлә. Музейҙа башҡорт аты брендына бағышланған экспозиция урын аласаҡ.

Осрашыу барышында уҡ республика башлығы рәссамдар союзына ҡуртымға алынған галерея мәьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ итте. Әлеге килешеүгә ярашлы Ленин урамындағы художество галереяның аренда ваҡыты тамамланған булған