Өфөлә «Патруль» дежур катеры һыуға төшөрөлдө

Бындай судно Өфөлә тәүгә барлыҡҡа килде. Әгәр элек инспекторҙар ярҙан дежур ойошторһа, хәҙер тәртип һыуҙан күҙәтеләсәк. Йылғаларҙа һәм һыуһаҡлағыстарҙа белгестәр лицензияһыҙ эшләгән кәмәселәрҙе, легаль булмаған йөк ташыусыларҙы асыҡлай, һыу объекттарында хәүефһеҙлекте күҙәтә һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртә. Катер ике дизель двигателе, навигация һәм радиотапшырыуҙар системалары менән йыһазландырылған. Уның экранында һәр бер үткән коммерция судноһы тураһында мәғлүмәт сыға. Сөнки бөтә һыу транспорты автоматик идентификация системаһына индерелгән.

Беренсе этапта эштәр Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында башҡарылыр тип көтөлә. Артабан Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡланғыстарына сығыу планлаштырыла. Башҡортостанда дежур катер даими рейдҡа беренсегә сығарылды.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары