Шаран районында «Баҫыу көнө» төбәк-семинар кәңәшмәһе үтте

Бындай сара республиканың биш климатик зонаһында урып-йыйыу кампанияһы башланыр алдынан ойошторола. Шарандағы семинарҙа биопрепараттар һәм ашламалар ҡулланып ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологиялары тикшерелә. Тәжрибәләр күрһәтеү урындағы фермер базаһында ойоштролдо. Республика аграрийҙары, район ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығындағы уҙған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

«Биопрепараттар һәм биоашламалар ҡулланып ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологиялары» игенселектә күтәрелгән мөһим мәсьләләрҙең береһе. Белгестәр ҙә химик һәм биологик препараттар араһында айырма ер менән күк араһы, тигән фекер яҡлы. Химик препараттарҙың тәьҫирен, сәләмәтлеккә зыянын ғалимдар ҙа таный. Быға алмашҡа халыҡ һаулығын тәьмин итеүсе биологик препараттар ҡулланырға кәрәк, тип билдәләне республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов.

Сифатлы органик продукцияға хаҡ та юғары. Уның баҙарын үҫтереү өсөн төп шарт- ҡулланыусы. Халыҡтың да сәләмәт, экологик продукцияға ихтыяжы артҡандан-арта бара. Биологик препараттар етештергән ҡайһы бер фирмалар санкциялар арҡаһында баҙарҙан китергә мәжбүр булды. Органик ашлама етештереүселәр алдында был юғалтыуҙы ҡаплау бурысы ҡуйылған. Рәсәй хөкүмәтенең «органик продукцияны үҫтереү стратегияһы тураһында»ҡарары нигеҙендә, һәр төбәк үҙ биләмәһендә программа ҡабул итәсәк һәм тормошҡа ашырасаҡ.

Семинар-кәңәшмәгә Шаран аграрийҙарынан тәжрибә туплау маҡсаты менән килдем. Үҙемдең хужалыҡта етен культураһын күпләп үҫтерәм. Органик мәтдәләр ҡулланыу технологияһы мөһим һәм һаулыҡ һаҡлау өсөн кәрәкле тип иҫәпләйем.

Андрей Григорьев, Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе

Сараны ойоштороусы «Башинком»да - 400-ҙән ашыу биопрепарат. Улар республикала миллион гектарҙа һөрөнтө ерҙә, шул иҫәптән күрше илдәрҙә лә ихтыяж менән ҡулланыла. Компания ауыл хужалығы, баҡсасылар, малсылыҡ, йорт хайуандары өсөн препараттар етештерә. Һуңғы йылдарҙа кешеләр өсөн дә функциональ аҙыҡ-түлек сығарыла башлаған. Предприятиеның 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә Рәсәй биопрепараттар баҙары продукцияһында өлөшө 40 процентҡа еткән.

Өс төр культурала яҫы борсаҡ, етен һәм бойҙайҙа тәжрибә үткәрҙек. Препаратты ҡулланыу һөҙөмтәле. Артабан да биопрепаратты үҫемлектәрҙә күберәк ҡулланырға иҫәп тотабыҙ.

Радмир Булатов, Шаран районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары

Ғәмәли өлөш Мусин крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында үтте. Аграрийҙар юғары маржиналь культуралар-етен, яҫы борсаҡ, һарымһаҡ, иген, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә биопрепараттар, биоактив ашламалар ҡулланыу тәжрибәһе менән танышты. Семинарҙа ҡатнашыусылар биопрепараттар тупраҡтың фитосанитар торошон яҡшырта, шулай уҡ үҫемлекселектә табышлы эшләргә мөмкинлек бирә тиәгн фекергә килде. Киләһе семинар республиканың Шишмә районында үтәсәк һәм селекция мәсьәләләренә арналасаҡ.

Гүзәл Борханова