Өфөнөң Ленин майҙанында «Рәсәй туры» күп көнлөк велоуҙышҡа старт бирелде

Уның маршруты 6 этаптан тора һәм Башҡортостан менән Удмурт республикалары биләмәләре буйлап үтәсәк. 800 километрҙан ашыу арауыҡты үҙ эсенә алған велоуҙышта Рәсәйҙең 18 төбәгенән 100-ҙән ашыу спортсы, шулай уҡ Белоруссия вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостандан ярышта велоспорт буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре Станислав Стаценко һәм Егор Хомяков сығыш яһай. «Рәсәй туры»ның беҙҙең республикалағы этабы 13 июлгә тиклем Өфө, Шишмә һәм Иглин райондарында уҙа.