Бөгөн киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Көс урыны. Турахан визит үҙәге» фильмының телепремьераһы үтә. Картинаның нигеҙенә ике сюжет һалынған. Беренсеһе - киноновелла рәүешендә тарихҡа экскурсия, икенсеһе - кәшәнә янында визит-үҙәк төҙөлөшө тураһында документаль фильм.
Ваҡиғалар Башҡортостанда, Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда бара. Кинематография өлкәһендә республика башлығы грантына төшөрөлгән таҫма «Самрау» мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды менән Башҡортостан юлдаш телеканалының берлектәге хеҙмәт емеше. Уҙған аҙнала Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген рәсми асыу ваҡытында фильмдың премьераһы үтте. Ижадсылар юғары наградаларға лайыҡ булды.
Проект етәксеһе һәм сценарий авторы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова - «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, режиссер Әлфиә Арыҫланова Республиканың почет грамотаһы менән бүләкләнде. Тағы ла бер режиссер Ләйсән Рамаҙанова Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат хеҙмәткәре булды.