Тәтешле районы халҡы социаль селтәрҙәрҙә һауа торошоноң боҙолоуы эҙемтәләре менән уртаҡлаша. Кисә төбәктә көслө ел иҫә, боҙ-борсаҡ, ҡойма ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Боҙ шарҙары урыны менән бөтә ерҙе ҡаплай. Айырыуса хужалыҡтар ҙур зыян кисерә. Йорт ҡыйыҡтары һәм теплицалар емерелә. Күрҙем ауылында йәшәүселәрҙең береһе баҡсалағы йәшелсәләрҙең тулыһынса юҡҡа сығыуы тураһында әйтә. Синоптиктар был көндәрҙә Башҡортостандың күпселек райондарында оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғырҙар булыуын фаразлай.