Һөнәри йүнәлешле ял. Стәрлетамаҡ районындағы йәйге лагерҙа балалар агросменаһы эшләй. Өс аҙна дауамында уҡыусылар ауыл хужалығы менән яҡындан таныша. Үҫеп килгән йәш быуын экскурсия менән эшкәртеү предприятиеларына бара, фермерҙар менән аралаша, емеш-еләк питомниктарына йөрөй. Былар барыһы ла, киләсәктә тармаҡҡа яңы йәш кадрҙарҙы йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Профилле лагерь эшмәмәкрлеге менән БЮТ ижади төркөмө таншышты.
Бында фәнде аңлайышлы балалар теле менән уҡыталар. Умартасылыҡ нигеҙҙәре йәйге лагерҙа агросмена сиктәрендә өйрәнелгән дәрестәрҙең береһе. Йәш быуынды балдың нисек етештерелеүе генә түгел, ә уны дөрөҫ һайлау нескәлектәре лә ҡыҙыҡһындыра.
«Башаҡ» лагерында агросмена өсөнсө йыл рәттән ойошторолған. Балалар бында өс аҙна дауамында ял итеп кенә ҡалмай, ауыл хужалығы донъяһына ла сума. Улар фермер предприятиелары буйлап экскурсияларҙы айырыуса көтөп ала.
Быйыл программа тағы ла киңәйтелгән. Балалар өсөн емеш-еләк питомнигына экскурсияларҙан тыш, урман һәм бәшмәк хужалығы эшмәкәрлеге менән таныштырыу ҙа ҡаралған. Ойоштороусылар төп йөкләмәне - агросәнәғәт комплексында эшләүҙең абруйлы һөнәр булыуын - уҡыусыларға еткерергә өмөтләнә.
Бындай агросменалар илдең өс төбәгендә генә үткәрелә. Шуның өсөн дә Стәрлетамаҡ районындағы лагерь башҡа субъект балаларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Былтыр бында 78 бала ял итһә, быйыл уҡыусылар һаны 100-ҙән ашыу. Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнеп, илдең башҡа төбәктәре лә киләсәктә үҙҙәренең профилле сменаларын асырға нитәләй.
Илдар Байбулатов