Башҡортостан һәм Үзбәкстан ҙур транспорт-логистика үҙәген асырға ниәтләй

Өфөгә Ҡарағалпаҡстандан рәсми делегация килде. Уны республиканың Юғары советы рәйесе Аманбай Орынбаев етәкләй. Сит ил вәкилдәре “Өфө” индустриаль паркы, бер нисә сәнәғәт ойошмаһы, “ЕврАзия” агропаркы һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент кампусына бара. Эшҡыуарҙар менән осрашыу барышында уртаҡ проекттар буйынса фекер алышыу була. Улар араһында транспорт-логистика үҙәген төҙөү ҙә бар. Бында Үзбәкстандан индерелгән йәшелсә, емеш-еләк Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыласаҡ. Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше артыуы күҙәтелә. Быйыл 4 айҙа ул 63,5 процентҡа күбәйгән.