Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фонтан алдына бетон ҡойоу тамамланған. Ул 3 метрға тиклем ҙурайтылған. Яҡын арала гранит түшәү эше башлана. “Ҡурайсы малай” фонтаны элекке “Искра” кинотеатры янында урынлашҡан. Гидротехник ҡоролма 1974 йылда асыла. Ремонт Өфө юбилейына бәйле үткәрелә.