Бындай документ менән 18 йәштән өлкән инвалидтар файҙалана ала. Программаны финанслау өсөн 90 миллион һум йүнәлтелә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, сертификаттың хаҡы 52,5 мең һумға баһалана. Ул эшләп йөрөгән II һәм III төркөм инвалидтарына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға бирелә. Бының өсөн 30 авгусҡаса Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы исеме аҫтында үтә.