Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы Башҡортостандың иң спортсы ауылы

Чемпиондар төйәге. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы Башҡортостандың иң спортсы ауылы тип атарға мөмкин. Төбәктә тиҫтәгә яҡын спорт төрө киң үҫеш алған. Спорт ярыштарын да, ГТО нормативтарын тапшырыуҙа балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша, юғары күрһтәкестәргә өлгәшә. Быйыл Әбделмәмбәттә Башҡортостан башлығы грантына спорт майҙансығы ла асылған. Заманса ҡоролмалар мәктәп ихатаһында урынлаштырылған. Спорт һөйөүселәр ауылында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова булды.

Рафаэль Фәтҡуллиндың һәр иртәһе спорт күнекмәләренән башлана. 8-се тиҫтәһен ҡыуған хеҙмәт ветераны «Хәрәкәттә-бәрәкәт» тигән девиз менән йәшәй. Сәләмәт тормош алып бара, спорт ярыштарында ҡатнаша. Рафаэль Фәтҡуллин Бөрйән районында ГТО нормативтарын тапшырған ил оло кешеләрҙең береһе. Мин үҙемдән йәшерәктәрҙең күрһәткестәрен дә үтәй алам, ти Рафаэль улы

Быйыл Әбделмәмбәттә Башҡортостан башлығы грантына ГТО нормативтарны тапшырыу өсөн махсус спорт майҙансығы ла асылған. Заманса ҡоролмалар «Тыуған ауылға спорт» проекты сиктәрендә ҡуйылған. Майҙасыҡтың тап Әбдемәмәбәттә асылыуы осраҡлы түгел. Был ауыл спорт һөйөүселәр, чемпиондар төйәге. Әбделмәмбәтттәр төрлө спорт төрҙәре буйынса Башҡортостанда ла, Рәсәй кимәлендә лә юғары күрәһәткестәргә өлгәшә. Командалар ярышында ла, шәхси беренселектә лә. Әле ошо көндәрҙә генә Әбделмәбәт уҡыусылары көрәш буйынса донъя чемпионатына юллама яулап ҡайтҡан.

Әбдемәмбәттәге спорт майҙансыҡтары бер ваҡытта ла буш тормай. Бында грэпплинг, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, грек-рим көрәше, уҡ атыу буйынса секцияларҙа күнекмәләр үтә. Ауылдың үҙ стадионы, саңғы трассаһы, хоккей майҙансығы бар.

Әбделмәмбәт, халыҡ телендә Ҡыпсаҡ ауылы йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, чемпиондар тәрбиәләү йәһәтенән күркәм өлгө булып тора. 2015 йылда ул “Рәсәйҙә физик культура һәм спортты үҫтергән иң яҡшы мәктәп” исеменә эйә була. Ерле халыҡ бөгөн дә ошо абруйлы исемгә тап төшөрмәй.

Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылын республиканың спортсылар.төбәге тип әйтергә мөмкин. Бында йәше лә, ҡарты ла спорт менән шөғөлләнә, республика, район кимәлендәге спортсылар бар. Әбделмәмбәттәр киләсәктә ауылда физкультура-һауыҡтырыу комплексы теләге менән яна. Был спорт күрһәткестәрен тағы ла арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Рәмзиә Кәримова