Был юлы ул Иглин районы билмәһендә уҙҙы. Велоуҙышсылар старты алдынан ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда спорт байрамы сиктәрендә тантаналы митинг ойошторолдо. Сарала Рәсәй Геройы, космонавт, летчик-һынаусы Андрей Федяев ҡатнашты. Спортсылар Бөйөк Ватан һуғышы геройы Александр Вакульский бюсына сәскәләр һалды. Велоуҙыш маршруты Ҡалтымандан башланып Ивано-Казанка һәм Үренде ауылдары аша үтте. Арауыҡ 120 километрҙан ашыу тәшкил итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ» Рәсәй туры « велоуҙышы Башҡортостан һәм Удмурт республикалары биләмәләре буйлап ике этапта уҙасаҡ. Маршруттың оҙонлоғо 806 километр. Велоуҙышта Рәсәйҙең 18 төбәгенән 100-ҙән ашыу спортсы һәм Белоруссия командаһы ла ҡатнаша.