Радий Хәбиров эш сәфәре менән Учалы районында булды

Учалы тау сәнәғәте колледжының ике йылдан үҙ дөйөм ятағы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала бөгөн республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында әйтелде. Мәғлүм булыуынса, мәғариф учреждениеның әлегә тиклем студенттар өсөн айырым йәшәү урыны булмаған. Ошоно иҫәпкә алып, уҡыу корпусы киләсәктә үҙгәртеп ҡороласаҡ. Проект-смета документация сығымдары Учалы тау байыҡтырыу комбинаты ярҙамында ҡапланасағы билдәле. Был предприятиеның 70 йыллығында ҡабул иткән ҙур проект. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Владик Йосопов Учалы тау байыҡтырыу комбинатында 8-се йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул ярайһы уҡ тәжрибә туплап өлгөргән.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 70 йыллығы сиктәрендә сәнәғәт техникаһынан торған махсус күргәҙмә ойошторолдо. Тармаҡ уңыштары менән яҡындан республика башлығы ла танышты. Радий Хәбиров предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, республика һәм ил сәнәғәтен күтәргән замандаштарыбыҙға юғары хеҙмәт етештереүсәнлегендә уңыштар теләне.

Учалы комбинаты өсөн әлеге юбилей үткәндәргә байҡау, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйыуы менән дә мөһим. Кадрҙар мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителә. Был тәңгәлдә Учалы тау сәнәғәте колледжын миҫалға килтереү ҙә етә. Бөгөн мәғариф учреждениеһында меңләп студент белем ала. Уҡыу-уҡытыуҙар заманса форматҡа ҡоролған.

Интерактив уҡытыу лабораторияһы былтыр федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырыла. Студенттар бында Самосвал, быраулау кеүек алты төр модулде һынай ала. Виртуаль ысынбарлыҡ программаһы буйынса ер аҫтында ҡаҙыу эштәрен алып барырға мөмкин.

Төплө белем алған, дипломлы белгескә ҡайҙа эшкә барыу һорауы борсомай. Комбинатҡа урынлаша. Бөгөн предприятиела биш меңдән ашыу кеше эшләй. Һуңғы айҙа ғына 490 мең тонна самаһы руда сығарылған. Сәнәғәт тармағының үҫеше урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеү, уҡытып сығарыуҙа мөмкинлеген дә арттыра.

Әйткәндәй, проект тормошҡа ашырыла ҡалһа, илдең төрлө төбәктәренән дә абитуриенттарҙы йәлеп итеүе ихтимал. Эш Учалы тау байыҡтырыу комбинаты ярҙамында финансланыр тип көтөлә. Предприятиеның 70 йыллығы уңайынан ҡаланың «Горняк» стадионында байрам тамашаһы үтте. Республика башлығы комбинат ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен юбилей менән тәбрикләп, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Азат Ғәлиуллин