Улар менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов аралашты. Предприятиеларҙың ҙур йөк машиналары урындағы юлдарҙы емерә, ә яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн ташыусылар ауырлыҡ контроле пункттары алдында машиналарҙан номерҙарын сисә. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова тәртип боҙоусыларға ҡаршы ниндәй саралар күрелгәнен өйрәнде.
Хәйбулла районында юлдар оҙонлоғо - 550 километрҙан ашыу. Әммә ҡайһы бер урындарҙа улар үтә ныҡ таушалған. Табыш артынан ҡыуыу өсөн тау-мәғдән ташыусылар йөктө норманан артыҡ тейәй, ауырлыҡ контроле пункттарында дәүләт номерҙарына бысраҡ буяй йәки бөтөнләй алып ташлай. Был проблема ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеген көйләү буйынса буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында көнүҙәк мәсьәлә.
Артыҡ йөк тейәү арҡаһында күп тонналы самосвалдар юл япмаһын ғына түгел, күперҙәрҙе лә эшлектән сығара. Тик уларҙы ремонтлауға ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар аҡса һалып бармай. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ юлһыҙлыҡтан интегә. Ведомство-ара комиссия рәйесе Азат Бадранов ай эсендә бөтә проблемалы объекттарҙы асыҡларға һәм мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Тау-мәғдән предприятиелары етәкселәре менән бергә ведомство-ара комиссия ағзалары башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Һүҙ Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеүгә һәм ер аҫты руднигын төҙөүгә әҙерлек барышы, шулай уҡ Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты сиктәрендә боҙолған ерҙәрҙе рекультивациялау тураһында барҙы.
Предприятие алдында бөтәһе 80 гектар майҙанды тәртипкә килтереү бурысы тора. Был эш бер-нисә этапта башҡарыла. Башта өҫкө ҡатламға рекультивацион мембраналар, япмалар, һуңынан уңдырышлы ҡатлам һалына, шунан һуң ғына үҫемлектәр ултыртыла.
Хәйбулла районында 15 предприятиеның ҡаты файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуға лицензияһы бар. Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге арҡаһында властарҙың ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән диалогы яйға һалынған. Был хаҡта Азат Бадранов халыҡ менән осрашыуҙа һөйләне. Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, ул производство алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Дөйөм алғанда, район тау-мәғдән сәнәғәте иҫәбенә әүҙем үҫешә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитет йәлеп ителгән 500 миллион һум самаһыинвестициялар күләме буйынса 1-се урын яуланы . Был артабанғы үҫеш пландарын төҙөү, социаль инфраструктураны камиллаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Ә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға бәйле проблемалы мәсьәләләр ведомство-ара комиссия ярҙамында йылдан-йыл кәмей бара.
Гүзәл Борханова